Филиппинға ҡеүәтле “Хайян”
тайфуны ябырылғанда, 1200-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Филиппиндағы Ҡыҙыл тәре
хәбәр итеүенсә, ҡорбандар хаҡындағы был мәғлүмәт теүәл түгел, уларҙың һаны 5
меңдән артып китеүе ихтимал.
Һөжүм үҙәге Самар һәм
Лейте утрауҙарына тура килгән. Хәтәр диңгеҙ ҡойоно 220 мең кеше йәшәгән
Таклобан ҡалаһын тулыһынса тиерлек юҡ иткән. АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәренең
тайфундарҙы күҙәтеү үҙәге билдәләүенсә, Филиппин утрауҙарына яҡынлашҡанда, “Хайян”дың
ел тиҙлеге сәғәтенә 314 километрға барып еткән. Бөтә йорттар ҙа тиерлек
емерелеп бөткән, тороп ҡалған бер нисәүһе ныҡ зыян күргән.
Башҡа ҡалалар һымаҡ,
Таклобанды ла һыу баҫҡан. Шторм еле ҡыйыҡтарҙы алып осорған, юлдарҙа ишелмәләр
барлыҡҡа килгән. Электр менән тәьмин итеү боҙолған.
Хәүефле райондарҙан
125 мең кеше эвакуацияланған. 1 миллион кеше нығытмаларға урынлаштырылған.
Синоптиктар әйтеүенсә,
бөгөн “Хайян” Филиппин территорияһын ҡалдырып китәсәк, Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенә
сығасаҡ һәм Ҡытай, Вьетнам тарафына юл тотасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий