Финдар һәм венгрҙар-
мәңгелек дуҫтар: Герешдлак венгр ауылы халҡы тырышып- тырышып фин телен өйрәнә,
сөнки 900 кешенең һәр унынсыһы –фин.
Тәүге фин туристары-
улар күбеһенсә хаҡлы ялдағылар- Венгрияның көньяғында ун йыл элек күренә
башланы. Бында уларға бик оҡшап ҡалды, күптәре Герешдлакта йорттар һатып
ала башланы. Йылына бер нисә тапҡыр ай, ай ярымға улар бында килә. Урындағы
халыҡ ҡаршы түгел, хатта туристарҙы күберәк йәлеп итергә тырыша. Ауыл башлығы
Евроберләшмә властарынан фин теле курстарын ойоштороуҙы ла һораны.
Тибор Хабьянец,
Герешдлак мэры:
“Күпселек финдар
венгрса бер аҙ һөйләшә, туған телендәге һымаҡ түгел, әлбиттә, әммә аңлашыла.
Шуға күрә беҙгә лә фин телен өйрәнеү кәрәк.”
Финдар үҙҙәре һөйләүенсә,
бындағы тәбиғәткә, күсемһеҙ милек хаҡтарына һәм, бигерәк тә, венгрҙарҙың ҡунаҡсыллығына
һоҡланалар.
Хәбәрсебеҙ Андреа
Хаягош бына нимә ти:
“Был урамдың атамаһы
ике телдә яҙылған. Венгр һәм фин телдәре ҡәрҙәш телдәр булһалар ҙа, хәҙер улар
айырылалар. Венгрияла бер нисә кеше генә фин телен өйрәнә. Бына ни өсөн был
ҡунаҡсыл ауыл тарихы үҙенсәлекле.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий