вторник, 19 ноября 2013 г.

Сардиния. Олбия урамдары йылғаға әйләнде.


Италияның Сардиния утрауындағы көслө ташҡындар һөҙөмтәһендә, кәм тигәндә, 9 кеше һәләк булған, 10-ауһы хәбәрһеҙ юғалған. Уҙған тәүлектә хәлдәрҙең ҡатмарланып китеүе сәбәпле, властар иң юғары хәүефлелек кимәлен иғлан иткән. Урындағы халыҡ бындай ташҡындарҙы тәү тапҡыр күреүе хаҡында һөйләй.
Порт ҡалаһы Олбияны бөтөнләй һыу баҫҡан, урамдары шаулап аҡҡан йылғаға әүерелгән.
Хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр араһында полиция хеҙмәткәрҙәре бар. Күпер емерелгәндә, улар шунда булған. Икенсе фажиғәнең ҡорбаны- ике ҡатын. Ташҡын һыу уларҙың машинаһын әйләндергән, ҡатындар унан сыға алмаған. Ҡотҡарыусылар һәм ҡала хеҙмәткәрҙәре халыҡты ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләй.

Көслө ташҡындар оҙайлы ямғырҙарҙан һуң башланған. Сардинияны ғына түгел, Италияның башҡа региондарын да һыу баҫҡан. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий