Ҡушма Штаттарҙа йәкшәмбеләге
ҡеүәтле торнадо һалған зыянды иҫәпләйҙәр. Американың Урта Көнбайышында, кәм
тигәндә, 8 кеше тәбиғәт ҡазаһы ҡорбаны булған, 120-нән ашыуы тән йәрәхәттәре
алған. Властар һәләк булыусылар һанының артыу мөмкинлеген дә инҡар итмәй.
Күбеһенсә Иллинойс штаты зыян күргән.
Торнадо Айова, Огайо,
Индиана, Миссури, Висконсин һәм Мичиган штаттарында лә етди емереклектәр
барлыҡҡа килтергән. Милли һауа торошо хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Американың
Урта Көнбайышындағы 50 миллиондан ашыу кеше ҡеүәтле циклон зонаһында тороп
ҡалған. Йөҙҙәрсә йорт емерелгән йәки етди зыян күргән, ағастар ауған.
Меңәрләгән ғаилә электрһыҙ ҡалған. Дөйөм алғанда, йәкшәмбе көн АҠШ территорияһы
буйлап 60-тан ашыу торнадо үткән. Ел тиҙлеге ҡайһы саҡ сәғәтенә 300 километрға
еткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий