вторник, 19 ноября 2013 г.

«Арктик Санрайз» врачын азат иттеләр, радисты ҡалдырҙылар.


«Арктик Санрайз» карабы врачы Екатерина Заспа, Рәсәй гражданины, 2 миллион залог менән азат ителәсәк- «Приразломная» платформаһы янында ҡулға алынған «Гринпис» активистары эше менән шөғөлләнгән Санкт-Петербург суды шундай ҡарар сығарҙы. Радист, Австралия гражданины Колин Рассел, йәнә өс айға һаҡ аҫтында ҡалдырылды.
Тәфтиш комитеты суд ҡарарына бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй, «төркөм менән хулиганлыҡ»та ғәйепләнгән  ҡалған 28 кешенең хөкөм сараһы үҙгәртелеүе-үҙгәртелмәүенә лә асыҡлыҡ индермәй.
 «Мин бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Ни өсөн ҡулға алыуҙарын да аңламайым. Бер ғәйепһеҙгә 2 ай инде бында ултырам»,-тип иҫәпләй Рассел.
18 сентябрҙә «Гринпис» активистары Баренц диңгеҙендәге «Приразломная» нефть платформаһына яҡын килә һәм уға менергә маташа. Нефтселәр һыу атҡыстар менән ҡаршы тора. Сик һаҡсылары «Арктик Санрайз»ды ҡулға ала, уның экипажын- 30 кешене- Cанкт-Петербургҡа алып килә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий