вторник, 19 ноября 2013 г.

Германия-АҠШ: Меркель ышанысҡа нигеҙләнгән бәйләнештәр яғында.


Ангела Меркель Вашингтондан АҠШ-тың Милли именлек агенствоһының Германиялағы эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт булыуын аңлатыуын талап итте. Аҫтыртын ғына телефондары тыңланған Германия Федератив Республика канцлеры шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: яңы трансатлантик ышанысҡа нигеҙ һалыу эшендә асыҡлыҡ ятырға тейеш. Был мәсьәләгә ҡағылышлы бундестагтағы махсус ултырышта сығыш яһап, Меркель былай тине: “Был бик етди ғәйепләү. Ул эште асыҡларға кәрәк, һәм шуныһы айырыуса мөһим: киләсәккә яңы ышаныс булдырыуға нигеҙ һалынырға тейеш.”

Бундестагтағы ултырыш манифестациялар фонында барҙы, унда ҡатнашыусылар Үҙәк разведка идаралығының элекке агенты Эдвард Сноуденды эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы һәм уға Германияла сәйәси һыйыныу урыны биреүҙе талап итте. Донъя лидерҙары һәм халыҡ-ара ойошмалар артынан күҙәтеү тураһындағы йәшерен мәғлүмәттәрҙе асып, Сноуден батырлыҡ күрһәтте, тип иҫәпләй улар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий