воскресенье, 17 ноября 2013 г.

Чили граждандары “генерал ҡыҙҙары”ның береһен һайлай.


Бала саҡтың уртаҡ уйындарынан һуң, ҡапма-ҡаршы фирҡәләрҙән президент һайлауҙарына: Мишель Башле һәм Эвелин Маттеины берләштергән нәмәләр ҙә, ситләштергән нәмәләр ҙә күп.
“Генерал ҡыҙҙары”, журналистар уларҙы шулай тип атаны, бергә үҫкәндәр, аталары- Альберто Башле һәм Фернандо Маттеи – дуҫ булған. Әммә 1973 йылдың 11 сентябрендә Пиночеттың президент-социалист Альендены бәреп төшөрөүе уларҙы ике лагерға айырған.
Йәкшәмбе Чили халҡы уларҙың береһен һайлаясаҡ. Ил менән 2006-2010 йылдарҙа идара иткән Социалистик фирҡә кандидаты Мишель Башле өсөн һайлаусыларҙың 32 проценты, Бойондороҡһоҙ демократик союз кандидаты Эвелин Маттеи өсөн 20 проценты тауыш бирергә әҙер. Социологик һорашыуҙарға ярашлы, ике яҡ та тауыштарҙы етерлек йыя алмаясаҡ һәм шуға күрә икенсе турҙы үткәрергә тура киләсәк.
Чили халҡы һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр үҙ ирке менән ҡатнашасаҡ. 9 кандидаттың күбеһе Пиночет конституцияһын үҙгәртергә һәм иҡтисади үҫеште тәьмин итеүсе һәм тигеҙһеҙлек тыуҙырыусы иҡтисадтың неолибераль моделен юҡ итергә теләк белдерҙе.
Төп дәғүәселәр Мишель Башле һәм Эвелин Маттеи бер-береһенән иҫ киткес йыраҡ тора. Береһе- Альендоға тоғро ҡалған һәм путч ваҡытында үлтерелгән генерал Альберто Башленың ҡыҙы. Икенсеһе- Пиночет хунтаһы заманындағы ҡораллы көстәр командующийы генерал Фернандо Маттеи ҡыҙы.
Заманында ике ғаилә дуҫ булған, тик барыһы ла артта ҡалған. Мишель Башле һайлауҙарға үҙе 2006 йылда еңеү яулаған һул үҙәк коалиция башында килә, плюс Коммунистар фирҡәһе. Башле конституцияны үҙгәртергә ниәтләй, һалым һалыу системаһын ғәҙелерәк итергә, мәғариф системаһында реформа үткәрергә теләй.
“Реформа сифатлы бушлай белем биреүҙе гарантиялаясаҡ, ул тауар түгел, социаль хоҡуҡ буласаҡ тигән өмөттәбеҙ,-”тип белдерҙе Мишель Башле.
Идара итеүсе уң үҙәк коалиция вәкиле 59 йәшлек Эвелин Маттеи, инженер һәм пианист, үҙ программаһы һәм дәғүәсеһенең программаһы араһындағы айырманы шулай аңлата:

“Мин резюме генә яһайым: беҙҙең план Меркель Германияһы, уларҙыҡы Берлин стенаһы заманы планы менән оҡшаш,-”тине ул.

Әлеге президент Себастьян Пиньера хөкүмәтендәге элекке хеҙмәт министры конституцияны үҙгәртеүҙең фәтүәһен күрмәй. Ул бизнес өсөн уңайлы булған, 6 % иҡтисади үҫеш тәьмин иткән(хәҙер 4 % кимәлендә) иҡтисади сәйәсәтте дауам итергә тәҡдим итә. Эшһеҙлек кимәленең бик түбән булыуына ҡарамаҫтан, әлеге президент үҙенә алмашҡа килеүсегә илде хәүефле хәлдә ҡалдыра, сөнки хатта дәүләт чиновниктары ла хеҙмәт хаҡтарын ҡырҡыуға ҡаршылыҡ белдерә.

Университет студенттары федерацияһы рәйесе фекеренсә, артабан Чили өсөн неолибераль модель ярамай:

“Дүрт йыл элек бушлай белем биреү хаҡында һөйләү аҡылһыҙлыҡ һымаҡ күренер ине, ә хәҙер ул Чили өсөн бик кәрәк. Шәхси предприятиялар эффектив, улар кешенең теләһә ниндәй эшмәкәрлеге двигателе, ә дәүләт иһә икенсе ролдә торорға тейеш, тип иҫәпләнек. Студенттарҙың оҙаҡ йылдар барған сығыштарынан һуң, шуны аңланыҡ: кеше эшмәкәрлегенең бизнес аяғын тығырға тейеш булмаған өлкәләре бар.”

Бөгөн дә студенттар, милли бәлештән үҙ өлөшөн даулаған Чили йәмәғәтселегенең башҡа ҡатламдарында ҡаршылыҡ әүҙемлеге кәмемәй. Шулай итеп, киләһе президентҡа еңел булмаясаҡ, өҫтәүенә Чилиҙағы иҡтисади үҫеш тә артҡа тәгәрәй башланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий