воскресенье, 17 ноября 2013 г.

Мадейра ҙурлығындағы айсберг халыҡ-ара навигацияға ҡамасаулай.


Португалияның Мадейра утрауы ҙурлығындағы айсберг, алтынсы континенттан кителеп, Антарктика һыуҙарында йөҙөп йөрөй һәм халыҡ-ара навигацияға хәүеф тыуҙыра- ғәләмәт ҙур боҙ тауын тапҡан һәм уның траекторияһын күҙәткән Британия ғалимдары шундай киҫәтеү менән сығыш яһаны.
700 квадрат километр майҙанлы айсберг июль башында Антарктиданың көнбайыш өлөшөнән кителгән һәм бер аҙна элек кенә йөҙөп йөрөй башлаған.
Тәбиғәт күренештәрен тикшереү милли советы, уның, төньяҡҡа табан шыуышып, Атлантикаға барып сығыуынан һәм, иреп, ағымдар картаһын етди үҙгәртеүенән шикләнә.
Бындай хәлдәр ике йылға бер булып тора, ләкин айсбергтың ныҡ ҙур булыуы арҡаһында, уның траекторияһын билдәләү зарур.

2013 йыл тәбиғәт феномендары йәһәтенән иң экстремаль йыл булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий