Филиппинға планеталағы
ошо йылдың иң ҡеүәтле Хаян тайфуны яҡынлаша. Синоптиктарҙың әйтеүе буйынса, ел
тиҙлеге сәғәтенә 300 километрға етеүе һәм етди емереклектәргә килтереүе
ихтимал. Циклон фронты- 600 километр. Стихия үтергә тейешле территорияла 12
миллион кеше йәшәй. Өҫтәүенә уның юлында тәбиғәт ҡазаһын йомшартырлыҡ тауҙар ҙа
юҡ, уның байы туристар араһында киң танылған Бохол һәм Боракай ише курорттар
бар.
Властар һыу баҫыу
ҡурҡынысы янаған үҙәндәрҙә, палаткаларҙа, иҫке торлаҡтарҙа йәшәүсе халыҡты
күсерергә бойороҡ бирҙе.
Йыл һайын йәйен һәм
көҙөн Филиппин климаттың күп һанлы бәләләре үҙәгендә ҡала. Йыш ҡына урындағы
халыҡ элекке ҡазаларҙан баш күтәреп өлгөрмәй, яңыһы ябырыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий