пятница, 8 ноября 2013 г.

Таһрандың “ядро досьеһы”хаҡында Женевала һөйләшеүҙәр бара.


Һаҡ ҡына оптимизм- Иран менән унда ҡатнашыусы “алтау” араһындағы һөйләшеү перспективаларын тап шулай баһалайҙар. Ирандың “ядро досьеһы” хаҡында һөйләшеүҙәр Женевала бара. Көн дауамында Ирандың сит ил эштәре министры Джауад Зариф Евроберләшмәнең тышҡы сәйәсәт комиссары Кэтрин Эштон менән осрашты. Алда йәнә бер нисә осрашыу, шул иҫәптән Рәсәй, Америка, Ҡытай делегациялары менән дә. Кэтрин Эштон вәкиле “Евроньюс”ҡа унда ҡатнашыусыларҙың кәйефе хаҡында бына нимә ти:
“Һөйләшеүҙәрҙең тәүге раундтары менән сағыштырғанда, минең уйымса, бында бөтөнләй икенсе мөхит, шуға күрә барыбыҙҙа ла һаҡ ҡына оптимизм һиҙелә. Ни генә тимә, беренсе аҙымды Иран яғы яһарға тейеш, сөнки халыҡ-ара йөкләмәләрен улар боҙҙо, улар хәҙер ниәттәренең тыныслыҡҡа тоҫҡалыуын иҫбатларға тейеш.”
Көнбайыш, Иран ядро ҡоралы етештерә, тип шикләнә. Таһран үҙ сиратында ядро программаһының тик тыныс маҡсаттарға ғына йүнәлтелеүенә ышандырырға тырыша. Көнбайыш гарантиялар көтә, Таһран- санкцияларҙың юҡҡа сығарылыуын.
Хәҙер Женевала Ирандың тәҡдимдәре ҡарала, ул тәҡдимдәр әлегә халыҡҡа сығарылманы. Консультациялар йома көндө лә дауам итәсәк.
“Евроньюс” хәбәрсеһе Женеванан хәбәр итә:
“Һөйләшеүҙәрҙең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, унда ҡатнашыусылар оптимизмды юғалтмай,  аныҡ килешеү төҙөй алыуҙарына өмөт бағлай.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий