четверг, 7 ноября 2013 г.

Ер углекислый газдан тонсоға.


“Беҙҙең планета атмосфераһындағы углекислый газ һуңғы 800 000 йыл эсендәге иң ҙур кимәлгә етте,-” тип хәбәр итә Бөтә донъя метеорология ойошмаһы. Эксперттар киҫәтә: хәлдәр хөртәйә бара, атмосфераның углекислый газ менән тулыуының төп факторы- кеше эшмәкәрлеге.
Һауаға зарарлы ҡалдыҡтарҙың күп өлөшө яғыулыҡтарҙан бүленеп сыға. Әгәр шулай дауам итһә, 50-се йылдарға һауа температураһы кәм тигәндә 2 градусҡа күтәреләсәк.
“Углекислый газ (СО2) бик тотороҡло, уны атмосферала нейтралләштереүсе химик реактивтар юҡ. Һауала ул парҙар оҙаҡ- йөҙҙәрсә йыл, хатта унан да күберәк һаҡлана. Тимәк, күргән йәки күрмәгән сараларыбыҙҙың ғөҙөрөн күп йылдар үткәс тә татыясаҡбыҙ,”-ти Бөтә донъя метеорология ойошмаһының генераль сәркәтибе Мишель Жарро.


Глобаль йылылыҡтың көсәйеүенең тәүге эҙемтәләре- боҙлоҡтарҙың иреүе һәм океан кимәленең күтәрелеүе. Был тәбиғәт көйһөҙлөктәренә килтерә. Киләһе аҙнала 190 ил вәкиле Варшавала климат проблемаһы буйынса  БМО конференцияһына йыйыла. Унда углекислый газды бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса яңы килешеү төҙөлөргә тейеш, ул 7 йылдан үҙ көсөнә инәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий