четверг, 7 ноября 2013 г.

Француз репортерҙарын Малиҙа “Әл-Ҡаиҙә” үлтергән.


“Ислам мәғрибе илдәрендә Әл-Ҡаиҙә” радикаль төркөмө Малиҙа ике француз журналисын үлтереүҙе үҙ өҫтөнә алды. Ойошма, Мавритания телевидениеһы аша тапшырылған белдереүендә уны, Малиға ғәскәр индереүе һәм ил территорияһында мосолмандарҙы эҙәрлекләүе өсөн, Франциянан үс алыу, тип атаны.
Халыҡ-ара RFI француз радиоһы репортерҙары Жислен Дюпон һәм Клод Верлон 2 ноябрҙә, баш күтәргән туарегтар етәксеһенән интервью алғандан һуң, Малиҙың төньяғындағы Кидаль ҡалаһында үле килеш табыла. Малиҙа репортерҙарҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынған 30 кеше ҡулға алынған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий