четверг, 7 ноября 2013 г.

Ҡытайҙа халыҡты ҡара һөрөмдән ҡотҡарыу сараһын күрәләр.


Ҡытайҙа таҙа һауа проблемаһы дәүләт кимәленә күтәрелде. Шаршамбы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы халыҡты яҡлау буйынса яңы саралар хаҡында хәбәр итте. Ҡаланы һөрөм баҫып алһа, мәктәптәр мотлаҡ ябыласаҡ, балалар урамдарға сыҡмаһын өсөн, эш ваҡыты ла ҡыҫҡартыласаҡ. Сәнәғәт предприятиелары һәм автотранспорт хәрәкәте эшенә лә сикләүҙәр индереләсәк.

Ҡытай властары индустриаль үҫеш сәйәсәтен дә ҡайтанан ҡарарға вәғәҙә итә- тәүге нәүбәттә был илдәге электрҙың дүрттән бер өлөшөн етештергән күмер электростанцияларына альтернатива табыуға ҡайтып ҡала.

Һуңғы осор Ҡытайҙың бер нисә ҡалаһы ҡара һөрөм менән ҡапланды, ә мәктәптәр һәм учреждениелар эшен дауам итте.


Властарҙы Цзянсу провинцияһындағы 8 йәшлек ҡыҙҙың фажиғәһе бигерәк тә уйланырға мәжбүр итте- ҡыҙыҡайҙа үпкә яман шеше тапҡандар. Врачтарҙың раҫлауынса, уның сәбәбе һауаның ныҡ  бысраныуында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий