пятница, 22 ноября 2013 г.

Ҡытайҙа яза, аслыҡ һәм һыуыҡ ярҙамында ғәйепләнеүсенең үҙ ғәйебен таныуы тыйылды.


Ҡытай судтарының бөтә кимәлдәрендә ғәйепләнеүсенән хоҡуҡ боҙоу юлы менән алынған мәғлүмәттәрҙе  дәлил рәүешендә ҡулланыу тыйыла- кесаҙна ҠХР Юғары халыҡ суды шундай ҡарар ҡабул итте.
Законһыҙ методтар иҫәбенә яза ғына түгел, ғәйепләнеүсене һыуыҡтан, аслыҡтан йәки арыуҙан ыҙаланырға мәжбүр итеү ҙә инә. Юғары суд документында әйтелгәнсә, хәҙер төп иғтибар кешенең үҙ ғәйебен таныуына түгел, матди дәлилдәрҙе өйрәнеүгә һәм уларҙы ҡулланыуға биреләсәк.
Үлем язаһы бирелгән енәйәттәр исемлеген яйлап кәметеү хаҡында ла ҡарар ҡабул ителгән. Ҡытайҙа бындайҙарға сутенерлыҡ, браконьерлыҡ, ялған аҡсалар эшләү, ришүәт алыу һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар инә.
ҠХР суд эшмәкәрлеге системаһын камиллаштырыу буйынса саралар Ҡытай Коммунистар фирҡәһе Үҙәк Комитетының уҙған ноябрь пленумында билдәләнгәйне. Ул 2020 йылға саҡлы арауыҡтағы реформалар программаһын раҫланы.
Ҡытай властары һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, ул реформалар “кеше хоҡуҡтарын нығытыуға” йүнәлтелгән. Мәҫәлән, яҡын арала “тәрбиәүи хеҙмәт лагерҙары”системаһын юҡ итеү күҙ уңында тотола, унда ваҡ ҡына тәртип боҙған өсөн дә судһыҙ-ниһеҙ оҙаталар ине.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар Ҡытайҙың суд системаһын йыш тәнҡитләне. АҠШ дәүләт департаменты мәғлүмәттәре буйынса, Ҡытай судтары 99,9% осраҡта ғәйепләү ҡарары сығара. Полициянан тыш енәйәт эштәрен тикшереү менән Ҡытай Коммунистар фирҡәһенең Дисциплинаны тикшереү буйынса үҙәк комиссияһы ла шөғөлләнә. Уның ҡулға алыныусыларҙы ғәйепләү белдермәйенсә лә һаҡ аҫтында тоторға хоҡуғы бар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий