пятница, 22 ноября 2013 г.

Коммерция булмаған ойошмалар(НКО) ҡаршылыҡ йөҙөнән БМО-ның климат буйынса конференцияһын ташлап сыҡты.


БМО-ның Климат буйынса конвенция эшенең 20 йыллыҡ тарихында бындай хәл булғаны юҡ ине- Варшавалағы ултырыштар залын, “Гринпис” һәм “Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды”н да индереп, коммерцияныҡы булмаған ойошма вәкилдәре берҙәм рәүештә ташлап сыҡты. Климат буйынса һөйләшеүҙәрҙән фәтүә сыҡмаҫы күренгәс, улар шундай киҫкен ҡаршылыҡ сараһын һайланы.
“Хәҙер беҙҙең бурыс- бындағы хәлдәрҙе һәр кешегә асып һалыу. Өйҙәребеҙгә таралышҡас, беҙ был турала һәр ерҙә һөйләйәсәкбеҙ, матбуғат менән аралашасаҡбыҙ. Кешеләр шуны аңларға тейеш: эштәр хөрт. Беҙ барыһын да аяҡҡа баҫтырырға тейеш,-”ти АҠШ активисы Коллин Риз.
Тәбиғәт һағында тороусыларҙың фекеренсә, мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк климат буйынса яңы глобаль килешеү төҙөргә кәрәк. БМО 2015 йылда уға ҡул ҡуйылырға тейешлеге тураһында ҡарар ҡабул итте. Әммә был йүнәлештә алға китеш тойолмай, илдәр бер нисек тә аныҡ ҡарар ҡабул итә алмай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий