четверг, 21 ноября 2013 г.

“Гринпис”: Бразилия активисы һаҡ аҫтынан сыҡты.


“Гринпис” активисы, Бразилия гражданины Ана Паула Альминьяна Масиель шаршамбы көн Петербургтағы һаҡ аҫтынан залог түләнгәс сығарылды. Уның ҡулында Арктиканы ҡотҡарығыҙ!” тигән плакат ине.

“Арктик Санрайз” судноһы капитаны американлы Питер Уилкокс- шаршамбы Петербург судтары 2 миллион һум залогҡа азат итергә ҡарар иткән “Гринпис”активистарының йәнә бер төркөмө иҫәбендә. Улар барыһы ла-“Приразломная” диңгеҙ платформаһы янындағы акцияла ҡатнашыусылар.

Хәбәр итеүҙәренсә, “Гринпис” судҡа аҡса күсерә башлаған. Залог индерелгәндән һуң иреккә сығарылырға тейешле кешеләр араһында Нидерландтар активисы Файза Аулахсен да бар. Ул тойғоларын йәшерә алманы: "Мин күптән инде бер кем менән дә һөйләшмәнем!" Уның ҡулына ла “Арктиканы ҡотҡарығыҙ!” тип яҙылғайны.


“Арктик Санрайз” карабы 18 сентябрҙә Печора диңгеҙендәге быраулау эштәре менән шөғөлләнгән “Приразломная” платформаһына яҡынлаша. Активистар платформаға күтәрелергә маташа башлағас, сик һаҡсылары уларҙың юлын ҡыя. Әлеге мәлдә экологтарҙы хулиганлыҡта ғәйепләйҙәр. Петербургта “Гринпис” ваҡиғаларға үҙ ҡарашын еткерергә тырыша.

Комментариев нет:

Отправить комментарий