четверг, 21 ноября 2013 г.

Римда ҡаршылыҡ акциялары: “Турин – Лион юлы кәрәкмәй!”


Римда Турин –Лион тимер юлы төҙөлөшөнә ҡаршы акция полиция менән аяуһыҙ бәрелешкә ҡәҙәр барып етте. Битен ҡаплап торған көләпәрә, ҡайһылары каска кейгән 600 активист, баш ҡала урамдары буйлап марш менән үтергә ниәтләп, полиция кордонын йырып сығырға маташты.

Тәртип һағында тороусылар уларҙың ҡыҫымына күҫәктәр менән ҡаршы торҙо, митинг өсөн рөхсәт ителгән Кампо ди Фиори майҙанын ҡалдырып китергә мөмкинлек бирмәне. Яуап итеп, манифестацияла ҡатнашыусылар таштар һәм төтөнлө петардалар яуҙырҙы. Улар проектты дәүләт аҡсаларын елгә осороу, тип иҫәпләй һәм уның регион экологияһына төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян һаласағы хаҡында һөйләй.

Тиҙ йөрөшлө Лион–Турин тимер юлы төҙөүгә ҡаршы акциялар Италияла даими булып тора. Әлеге акция шаршамбы асылған Франция–Италия саммитына төбәп үткәрелде.


2001 йылда башланған тиҙ йөрөшлө тимер юлы проекты төҙөлөшө Франция президенты Франсуа Олланд һәм Италия премьер-министры Энрико Летта алып барған һөйләшеүҙәрҙә мөһим роль уйнай. Элегерәк проект кисектерелгәйне, уны эксплуатацияға индереү 2025 йылға тәғәйенләнгәйне. Бер өлөшө туннель аша үтергә тейешле булған юл Римдан Парижға барыу ваҡытын ике тапҡыр кәметергә тейеш.

Төҙөлөш 8,5 миллиард евроға барып баҫасаҡ. Уның яртыһын тиерлек Евроберләшмә бирергә әҙер.  2 миллиардын Франция үҙ өҫтөнә ала, 3 миллиардын–Италия.

Комментариев нет:

Отправить комментарий