понедельник, 18 ноября 2013 г.

Австралия янғындарында глобаль йылылыҡ ғәйеплеме?


Бөтә Австралиянан меңдәрсә кеше, хөкүмәттән планеталағы климаттың күтәрелеүенә әүҙемерәк ҡаршы тороуҙы талап итеп, акцияға йыйылды. Илдә Милли климат эшмәкәрлеге көнө иғлан ителде.
 Тони Эббот хөкүмәтенең уҙған йыл индерелгән “углеродты сығарып ташлауға һалым”ды юҡҡа сығарырға ниәтләүе күп һанлы акцияларҙа ҡатнашыусыларҙың йәнен көйҙөрҙө. Премьерҙың  үҙенең әйтеүенсә, ул Австралияла йыш булып торған янғындар һәм климаттың үҙгәреүе араһында бәйләнеш күрмәй.
Адам Брандт, “йәшелдәр”фирҡәһе лидеры урынбаҫары:
“Глобаль йылыныу Австралияға хәҙер үк тәьҫир итә. Илебеҙҙең урман янғындарына йыш дусар булыуы хаҡында премьер дөрөҫ әйтте. Әммә ул саҡта мин уға шулай тип әйткем килә: Нимә, һеҙ уларҙың күберәк булыуын теләйһегеҙме?”Әгәр беҙ климаттың үҙгәреүен контролдә тотмаһаҡ, тап шулай килеп сығасаҡ та.”
Донъя лидерҙарын глобаль йылылыҡ менән көрәшкә саҡырыу өсөн, шәмбе көн Варшава үҙәгендә меңгә яҡын кеше йыйылды. Демонстрация Польша баш ҡалаһы үҙәгендәге Культура һарайы алдынан старт алды һәм БМО эгидаһы аҫтында климаттың үҙгәреүенә бәйле ике көнлөк конференция үткән Милли стадион янында тамамланды. Конференцияла ҡатнашыусылар парник газдарын сығарып ташлауға квоталар хаҡында бөтәһе өсөн дә ҡулай булған килешеү төҙөргә тырыша.


Комментариев нет:

Отправить комментарий