понедельник, 18 ноября 2013 г.

Филиппин: тайфундан имен ҡалғандар ғибәҙәт ҡыла.


Емергес “Хайян” диңгеҙ ҡойонон үткәргән филиппиндар йәкшәмбе көн сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылып күңел йыуанысы тапты. Күп кенә ғибәҙәтханалар Таклобан янындағы Пало ҡаласығындағыға оҡшаш: ҡыйыҡтары емерелгән, эсендә төҙөлөш ҡалдыҡтары.
Филиппин президенты Акино тайфундан зыян күргән урындарҙа йөрөй.

Бенигно Акино, Филиппин президенты:
“Тәбиғәт ҡазаларына килгәндә, беҙгә ғибәҙәт ҡылырға ғына ҡала. Шул уҡ ваҡытта ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләргә тейешбеҙ. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем: бының өсөн хөкүмәттең мөмкинлеге бар. 28 ил вәкиле беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Был эштәрҙе атҡарып сығыу ҡулыбыҙҙан килмәйме ни? Килә, әлбиттә. Әммә, әгәр яҙам итһәләр, тиҙерәк тә, еңелерәк тә буласаҡ.”
Гуиуан ҡалаһында Акино урындағы чиновниктар менән осрашты һәм уларҙы, стихия эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн, үҙәк властың барыһын да эшләүенә ышандырырға тырышты. Шуға ҡарамаҫтан, президент адресына эштең яй барыуы, гуманитар ярҙамды бүлеү буйынса операцияларҙың нәтижәһе түбән булыуы менән бәйле тәнҡит һүҙҙәре йышыраҡ ишетелә башланы.

Ҡайһы бер алыҫ ауылдарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ошо ял көндәрендә генә, тайфундан һуң һәм Американың “Джордж Вашингтон” авианосецы килеп бер аҙна үткәс кенә ташыла башланы. Барып етеүе ауыр булған райондарға ярҙамды суднола килтерелгән вертолеттар алып бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий