пятница, 1 ноября 2013 г.

Израиль Сүриәнең Латакиялағы хәрби-һауа базаһына һөжүм итте.


Кисә Израилдең Хәрби-Һауа көстәре Латакия ҡалаһы янындағы Сүриәнең ракета һаҡлағысына һөжүм итте. Израиль ракеталарҙың Ливандағы “Хезболлах”төркөмөнә тапшырылыуынан шикләнә. Һауа һөжүме хаҡында күп кенә киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте, әммә Израилдең рәсми властары был мәғлүмәткә аңлатма бирергә ашыҡмай.
Сүриәнең химик ҡорал етештереү ҡоролмаларына килгәндә, ул тулыһынса юҡ ителгән, хатта ваҡытынан алда- был турала халыҡ-ара эксперттар хәбәр итте. Улар 23 заводтың 21-ендә тикшереү үткәрҙе һәм ағыулы матдәләр етештереү комплекстарының тулыһынса демонтажланыуын раҫланы. Ҡалған ике объект инспекция үткәреү өсөн хәүефле, шулай ҙа ундағы ҡоролмалар тикшереү үткәрелгән заводтарға ташып алынған.
Тыныслыҡ булдырыу перспективалары әлегә асыҡ түгел. Сәйәсмәндәр БМО-ның Сүриә буйынса махсус вәкиле Лахдар Брахими етәкселегендә “Женева-2” саммитына әҙерлекте дауам итә. Көн элгәре Брахими Сүриәгә килде һәм был мәсьәлә хаҡында Сүриә президенты Бәшәр Асад менән әңгәмәләште.



Комментариев нет:

Отправить комментарий