Шәмбе көн Рәсәй һәм
Японияның тышҡы сәйәсәт һәм оборона ведомствоһы башлыҡтары Токиолағы һөйләшеүҙәр
барышында терроризм һәм пиратлыҡ, киберименлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, шулай
уҡ “ике плюс ике”форматында даими осрашыуҙар үткәреү хаҡында килеште.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан
Япония премьер-министры Синдзо Абэ һөйләшеүҙә ҡатнашҡан ике яҡтың да тыныслыҡ
хаҡында килешеү төҙөргә ынтылышын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Ике плюс ике”форматы Япония һәм АҠШ
йәки башҡа илдәр менән мөнәсәбәттәргә ҡаршы килмәй,- тип белдерҙе Сергей Лавров.-Япония
менән АҠШ мөнәсәбәттәре лә Рәсәйгә проблема тыуҙырмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ,
ғөмүмән, бер кем менән бер кемгә лә ҡаршы дуҫлашырға йыйынмайбыҙ”.
“Япония һәм Рәсәй- Көнсығыш Азиялағы
мөһим көс. Именлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү регионда тыныслыҡ һәм
тотороҡлолоҡ булдырыуға булышлыҡ итәсәк,-”тине үҙ сиратында Япония сит ил
эштәре башлығы Фумио Кисида.
“Ике плюс ике”форматындағы Рәсәй- Япония
осрашыуын үткәреү хаҡында килешеү ошо йылдың апрелендә Рәсәй президенты Владимир
Путин менән Япония премьер-министры Синдзо Абэ араһындағы һөйләшеүҙәр барышында
хәл ителгәйне.
Идеяны Рәсәйгә Япония яғы тәҡдим итте.
Артабанғы һөйләшеүҙәр киләһе йыл Мәскәүҙә үтәсәк. Быға ҡәҙәр Токио “ике плюс
ике”форматындағы диалогтарҙы АҠШ һәм Австралия менән генә алып барҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий