воскресенье, 3 ноября 2013 г.

Исламабад АҠШ-ты талиптар менән һөйләшеүҙәрҙе өҙөүҙә ғәйепләне.


Пакистан хөкүмәте АҠШ-тың Төньяҡ Вәзирстандағы пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулланып үткәрелгән махсус опрерацияһын ғәйепләне. Операция һөҙөмтәһендә Пакистан талиптары башлығы юҡ ителде.
Пакистан эске эштәр һәм наркотиктар контроле министры Чоудри Нисар Али Хан шәмбеләге матбуғат конференцияһында АҠШ-ты Пакистандың “Талибан” хәрәкәте менән башланған тыныслыҡ хаҡындағы һөйләшеүҙәрен өҙөүҙә ғәйепләне.
“Пакистан хөкүмәте,-тине ул,-дрондың һөжүмен кешегә һөжүм рәүешендә түгел, башланған тыныслыҡ процесына һөжүм рәүешендә ҡабул итә. Шул сәбәпле Пакистан һәм Ҡушма Штаттар хеҙмәттәшлегенең “бөтә аспекттары” ҡайтанан ҡараласаҡ.”
“Тәхрик-и-Талибан Пакистан” төркөмөнөң яңы башлығы- Сәит Хан. Йома үлтерелгән талиптар башлығы Хәкимулла Мәхсүттең вариҫын хөкүмәткә ҡаршы ҡораллы төркөм командирҙарының дөйөм йыйылышында һайланылар. Ул Пакистандың төньяҡ-көнбайышындағы Төньяҡ Вәзирстан районында уҙғарылды.
Сентябрҙә талиптар, әгәр Ҡәбиләләр зонаһынан хөкүмәт ғәскәрҙәре сығарылһа һәм төрмәләге талиптар азат ителһә, властар менән һөйләшеүҙәр башларға әҙер булыуҙарын белдергәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий