понедельник, 4 ноября 2013 г.

Паттайя янында пассажир борамы батҡан: һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар бар.


Алты пассажир, шулар иҫәбендә ике рәсәйле, Ҡытай гражданины һәм Таиландтан өс кеше Паттайя ярҙары буйында борамдың һәләкәткә осрауы арҡаһында һәләк булған. 10-дан ашыуы, тән йәрәхәттәре алып, хәстәханаларға оҙатылған, 20-һе хәбәрһеҙ юғалған.

Урындағы полиция мәғлүмәттәре буйынса, ике ҡатлы борам бортында 200 пассажир булған. Таиландтағы Рәсәй Федерацияһы илселеге шуларҙың яртыһынан күбеһе рәсәйлеләр икәнлеге хаҡында хәбәр итте. Борам Ко Лан утрауынан Паттайяға һуңғы киске рейсҡа сыҡҡан булған.

Ҡотҡарыу операцияһында Таиландтың хәрби-диңгеҙ көстәре ҡатнаша.


Комментариев нет:

Отправить комментарий