понедельник, 4 ноября 2013 г.

Днепрҙы кисеү. Ул нисек булған?


Йәкшәмбе Киев ситендә совет армияһы частарының Днепрҙы кисеү операцияһы тергеҙелде. Меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан был “алыш”ты, шул замандың техникаһын Украина, Рәсәй хәрби-тарихи клуб ағзалары ғына түгел, Франция, Чехия, Германия кешеләре лә әҙерләне.
Украинаның баш ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә бағышланған был сара “Даешь Киев!”девизы аҫтында үтте.
-Минең олатайым һуғышҡан, мин дә быны татып ҡарағым килде. Олатайым яуҙан ҡайта алманы- Берлинға барып еткәс башын һалды,-ти сарала ҡатнашыусы.
-Кешегә нимә кәрәк? Шоу! Дөрөҫмө? Ябай форма бик үк ҡыҙыҡ түгел, ә бына атыш, шартлау, самолеттар, һөжүм- былар һәр кешене мауыҡтыра торған нәмәләр.
Киев 1943 йылдың 6 ноябрендә, ике йылға һуҙылған оккупациянан һуң азат ителә. Һуғышып Днепрҙы кискәндә, 417 мең совет һуғышсыһы һәм Вермахттың 400 мең һалдаты һәм офицеры һәләк була.
“1943 йылда һуғышып Днепр аша сығыу операцияһы, плацдармды нығытыу бер нисә көн дауам иткән. 70 йыл үткәс уҙғарылған был алышта “совет ғәскәрҙәренә” еңеү өсөн ике сәғәт тә етте,-”тип хәбәр итә Киевтан EuroNews хәбәрсеһе Мария Коренюк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий