вторник, 5 ноября 2013 г.

Көрсөк- инновацияға аҡса һалырға кәрәк.


Донъя баҙары тиҙ үҙгәрә бара, ауыр иҡтисади шарттарҙа инновация үҫешен нисек һаҡлап ҡалырға? Мәскәүҙәге “Асыҡ инновациялар” халыҡ-ара форумында(MIT Technology Review уның махсус ҡунағы ине) был тема буйынса фекер алышыу булды.
Инновация лидерлығы нимә һуң ул, инновация компанияһын нисек танырға? Ethernet уйлап табыусыларҙың береһе һәм Техасс университеты профессоры Боб Меткалфтың фекере буйынса, инновацион компанияларҙың төп айырмаһы шунда: ул үҙенең клиент базаһын иғтибар менән тыңлай. Беҙ студенттарыбыҙҙы компания менән идара итергә өйрәткән төп нәмә ул- офистан сығыу һәм клиентты тыңлау!”
Клиентты тыңлау кәңәше ихтыяж кәмей һәм конкуренция ҡырҡыулашҡан ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа бигерәк тә актуаль. Биш йыл элек көрсөк, күп илдәрҙең  һәм компанияларҙың  конкуренцияға һәләтлелегендәге йомшаҡ яҡтарҙы асып һалып, донъя иҡтисадын дер һелкетте.
Әммә был осор яңы мөмкинлектәр асыуы менән һәйбәт. Бөтә донъя банкының инновациялар буйынса төп советнигы Питер Линдхольм әйтеүенсә, “көрсөк инновациялар өсөн уңышлы ваҡыт. Сөнки барыһы ла “йәшәү”өсөн көрәшкәндә, инновацияға аҡса һалыусылар көрсөк бөткәс бер атыуҙа ике ҡуянға тейҙерә аласаҡ. Әгәр аҡсағыҙ бар икән, уларҙы инновацияға һалыу психологик йәһәттән дә отошло. Һеҙ бәхетле “һимеҙ ата бесәй”булһағыҙ, инновациялар хаҡында уйланмайһығыҙ, ә бар көсөгөҙҙө һалып донъя көтөргә тырышҡанда, һеҙ мәсьәләне хәл итеү яғын эҙләйәсәкһегеҙ.”
Рәсәйгә был ҡағыламы? Премьер-министр Дмитрий Медведев форумда хөкүмәттең инновацияларға аҡса һалыуҙы дауам итәсәген вәғәҙә итте. Әммә ошо йылдың апрелендә донъя күргән инновациялар ҡулланыу хаҡындағы МЭРТ һәм РВК әҙерләгән доклад шуны күрһәтте: дәүләт 2001 йылдан 2010 йылға ҡәҙәр инновацион проекттарға аҡса һалыуҙы 10 тапҡыр арттырып, 230 миллиардҡа еткерһә лә, һорашылған кешеләрҙең 60 проценты был өлкәгә һалынған дәүләт сығымдарының эффектив тотонолоуын күрмәй.
Беренсе вице-премьер Игорь Шувалов, нефткә хаҡтар төшмәй тороп, Рәсәйҙәге инновация процесы алға китмәйәсәген белдерҙе хатта. Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев барыһын да улай уҡ ҡара төҫтә күрмәй:
“Ысынлап та, нефть продукттары экспортынан финанс ресурстары килеп торғанда, инновациялар менән шөғөлләнеү ҡатмарлыраҡтыр, моғайын, әммә был инновациялар булмаясаҡ тигән һүҙ түгел. Шул уҡ нефть табыу эшендә лә инновациялар кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә нефть табыу өлкәһе менән бәйле булмаған, туранан-тура сит баҙарҙа эффектив эшләгән тотош секторҙар бар. Мәҫәлән, IT секторы йыл һайын ике урынлы һандар менән үҫә.”
Тап 20 йыл элек информация технологиялары секторы ауыр сәнәғәт сеймалына йөҙ тотҡан Финляндияға, был бойондороҡлолоҡтан ҡотолоп, юғары технология иҡтисады үрнәгенә әүерелергә мөмкинлек бирҙе. 1990 йылдар башындағы ауыр көрсөккә яуап итеп, Финляндия фән, мәғариф һәм инновация өлкәләренә сығымды арттырҙы.
Бөгөн ил алдында күптән түгел башланған көрсөктән тыш та яңы мәсьәләр ҡалҡып сыҡты. Хәҙерге замандағы фин иҡтисадының символына әүерелгән Nokia үҙенең бойондороҡһоҙлоғон юғалтты- кәрәҙле телефондар етештереүсене Microsoft корпорацияһы йота. Әммә финдарҙың инновациялар агенствоһы башлығы Tekes Пекки Сойни “Nokia көрсөгө”ндә компанияның да, бөтә Финляндияның да яңы мөмкинлектәрен күрә:
“Nokia Финляндияла тикшеренеү өлкәһендә күп эш урындарын ҡыҫҡартты, уға сиктәш булған өлкәләр ҙә зыян күрҙе. Тик был кешеләр, 10 мең самаһы кеше, ниндәйҙер яңы шөғөл табасаҡ: ҡайһылары эшҡыуар булып китәсәк, ҡайһылары үҙ белемдәрен иҡтисадтың башҡа өлкәләрендәге информация технологияларында ҡулланасаҡ. Минең уйымса, был Финляндия алдында өр-яңы мөмкинлектәр аса.”

Наталия Маршалкович Мәскәүҙән хәбәр итә:


“Ауыр заманда инновациялар бизнес һәм дәүләт өсөн артыҡ сығым түгел, ә бер нәмәгә ҡарамай өҫкә ҡалҡып, лидерлыҡты һаҡлап ҡалыу сараһы. Заманында Microsoftҡа нигеҙ һалыусы Билл Гейтс әйтмешләй, “инновация йәки үлем.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий