вторник, 5 ноября 2013 г.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар Интерполға 1 000 педофил хаҡында мәғлүмәт тапшырҙы.


Балаларҙы яҡлау буйынса“Terres des Hommes“ халыҡ-ара ойошмаһы Интерполға йөҙҙәрсә педофил хаҡында мәғлүмәт тапшырҙы. Был ир заттары хоҡуҡ һаҡлаусылар уйлап тапҡан ҡапҡанға эләгә. 70-тән ашыу илдең педофилдары Интернет селтәрендә Свити исемле Филиппин ҡыҙыҡайы менән таныша, әммә был идара итеү үҙәге Амстердамда булған компьютер программаһы була. Балаларҙы көсләүселәрҙең күпселеге АҠШ , Бөйөк Британия, Канада, Австралия, Германия, Төркиә, Италия һәм Нидерландтарҙа йәшәй.
Дүшәмбе Гаагалағы матбуғат конференцияһында хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле былай тине:
“Был- имәнес хәл. Беҙ интернет селтәрендә 10 йәшлек бала образы рәүешендә күренеү менән, тиҫтәләрсә ир ишараты енси хеҙмәт өсөн аҡса түләргә тәҡдим итте. Шул ҡәҙәр күп енәйәтсенең эҙенә төшөргә мөмкинлек тыуҙы. 10 аҙна эсендә Свити менән контактҡа 20 мең ир заты сыҡты.”
Хоҡуҡ һаҡлаусылар балаларҙың интернет селтәрҙәрендәге именлеге менән етди шөғөлләнергә тәҡдим итә. Виртуаль бала менән булған эксперимент хаҡында белгәс, Европол енәйәтселәрҙе эләктереү буйынса бындай сараларҙы тәртип һағында тороусы органдар ғына ҡулланырға тейешлеге хаҡында белдерҙе. Ҡыҙғаныс, енәйәтселәрҙең хоҡуғын балалар хоҡуғынан артыҡ күрәбеҙ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий