среда, 6 ноября 2013 г.

Берлиндағы Британия илселегендә аҫтыртын мәғлүмәт йыйыу станцияһы эшләүе ихтимал.


Европала йәнә шпион ғауғаһы. “Индепендент” гәзите хәбәр итеүенсә, Берлиндағы Британия илселеге территорияһында аҫтыртын мәғлүмәт йыйыу станцияһы эшләүе ихтимал. Баҫма АҠШ-тың Милли именлек хеҙмәте агенствоһының элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноудендан алынған мәғлүмәттәргә һылтана.

Бөйөк Британия илселеге Бундестаг бинаһына яҡын урынлашҡан. Заманса ҡорамалдарға таянып, разведка ФГР канцлеры Ангела Меркель офисын тыңлауы ла ихтимал.

“Индепендент” мәғлүмәттәре буйынса, Британия махсус хеҙмәттәре бөтә донъяла үҙҙәренең илселек вәкиллеге территорияларында шпионлыҡ итеү өсөн базалар урынлаштырған һәм был өлкәлә АҠШ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Германия һәм Британия властары был материалдарға әлегә үҙ фекерен белдермәне.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ике аҙна элек шундай уҡ шпион ғауғаһы Германия һәм АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе боҙғайны. Ул саҡта Америка махсус хеҙмәттәренең, Меркелде лә индереп, Европа лидерҙарының кәрәҙле телефондарын тыңлауы асыҡланғайны. Әлеге ваҡытта Берлин һәм Вашингтон шпионлыҡ менән шөғөлләнеүгә ҡаршы килешеү төҙөй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий