среда, 27 ноября 2013 г.

АҠШ самолеттары Пекин төҙөгән һауа оборонаһы танытыу зонаһына инде.


АҠШ хәрби самолеттарының Көнсығыш Ҡытай диңгеҙендәге Пекин төҙөгән һауа оборонаһы танытыу зонаһына инеүен Пентагон раҫланы.

АҠШ оборона министрлығының рәсми вәкиле, утрауҙарҙы японса атап, Сенкаку районында атҡарылған операция хаҡында белдерҙе. Был утрауҙар Токио һәм Пекин араһында территориаль бәхәстәр тыуҙырғайны.

Ҡытай уны Дяоюйдао тип атай. Уҙған аҙнала Пекин улар тирәһендә һауа оборонаһы зонаһы булдырыу тураһында белдергәйне. Утрауҙар Япония контроле аҫтында, әммә Ҡытай караптары уның тирәһендәге һыуҙарҙа даими рәүештә дежурҙа тора.


Комментариев нет:

Отправить комментарий