среда, 27 ноября 2013 г.

Словакияла региональ һайлауҙарҙа милләтсе еңде.


Үтә уң фирҡә башлығы Мариан Котлеба Словакияла үткән төбәк һайлауҙарында еңеүгә өлгәште һәм ул Банскобистрицкий крайы хөкүмәтенә етәкселек итәсәк. Идара итеүсе фирҡә кандидаты һәм уның партнерҙарынан ул 10 процентҡа алға сыҡты.

Кисен крайҙың байтаҡ халҡы, плебисцит һөҙөмтәләренә ризаһыҙлығын һәм хәүефен белдереү өсөн, Словакия милли ихтилал музейына килде.

“XXI быуатта бындай хәлдең булыуына тәүҙә барыһы ла аптыраны, ә аҙаҡ уянып китте. Хәҙер беҙгә нимәлер эшләргә кәрәк,-”ти студент Марек Шимон.

Котлеба- белеме буйынса уҡытыусы, Словакия уң радикаль даирәләр активисы булараҡ билдәле. Ул- сиған халҡына ҡаршы акциялар, нацистар менән хеҙмәттәшлек иткән тәүге Словакия республикаһы президенты Йозеф Тисо хөрмәтенә марштар ойоштороусы. Котлебаны, расизмда ғәйепләп, бер нисә тапҡыр ҡулға ла алдылар. Ул ”паразиттарға”, йәғни эшләмәүселәргә һәм сиғандарға, пособиеларҙы һәм социаль түләүҙәрҙе кәметергә саҡыра, шулай уҡ тыуған ил тауарҙарын һатып алыу өсөн кампаниялар үткәрә.


“Словакия Республикаһы- 20 йыл инде бойондороҡһоҙ дәүләт, ләкин уның хөкүмәте сиған халҡының проблемалары, йәмғиәттәге позицияларының түбән булыуы менән шөғөлләнмәне, шул сәбәпле Мариан Котлебаның еңеүен күптәр сәйәси элитаның еңелеүе рәүешендә ҡабул итте,”-ти Словакиянан EuroNews хәбәрсеһе Гергелий Бартфай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий