четверг, 28 ноября 2013 г.

Италия: Сильвио Берлускони сенатор статусынан мәхрүм ителде.


Италияның элекке премьер-министры Сильвио Берлускони сенаттан сығарылды. Был ҡарар өсөн 192 сенатор тауыш бирҙе, 113-ө ҡаршы булды, 2 кеше тауыш бирмәй ҡалды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһында Италия парламентының юғары палатаһы президенты Пьетро Грассо иғлан итте.
Һул үҙәк Демократик фирҡә ағзалары, “Граждандар һайлауы” берекмәһе һәм оппозициялағы “5 йондоҙ хәрәкәте” Берлускониҙы сенаттан сығарыу яҡлы ине. Үҙенең уң үҙәк коалиция ағзалары уны яҡланы.
Парламентта Берлускониҙы сенатор статусынан мәхрүм итеү хаҡында һөйләшеүҙәр барғанда, элекке премьер яҡлылар, уға үҙҙәренең теләктәшлеген белдереү өсөн, Рим урамдарына сыҡты. Йыйылған халыҡ алдына сығыш яһап, Берлускони былай тине:
“Беҙҙең ҡануниәттең матәм көнө был. Хоҡуҡтарының, мөлкәтенең, азатлығының тейелмәҫлегенә берәү ҙә ышаныс менән ҡарай алмай хәҙер. Әммә беҙ баш һалмаясаҡбыҙ! Парламенттан тыш та сәйәсәттә ҡалырға, азатлыҡ өсөн көрәшергә мөмкин! Беҙ азатлыҡ өсөн көрәште дауам итәсәкбеҙ!

Хәҙер, депутат именлеген юғалтҡас, Берлускони прокуратура һорауы буйынса ҡулға алыныуы, уға ҡарата суд тикшереүе башланыуы ихтимал. Берлускониға ҡарата, билдәле булыуынса, бер нисә енәйәт эше асылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий