четверг, 28 ноября 2013 г.

Галактика фейервергы.


Ерҙә йәшәүселәр был быуаттағы иң сағыу кометаны күрә аласаҡ. ISON (төрлө илдәрҙең һәүәҫкәр астрономдарын берләштереүсе проект аббревиатураһы) уҙған йыл асылды. Комета ул саҡта Ерҙән 900 миллион километр алыҫлыҡта ине. Хәҙер ул Ҡояшҡа яҡынлаша һәм бөгөн унан 1млн. км. самаһы алыҫлыҡта буласаҡ.

“Әгәр ул киҫәктәргә бүленһә (Ҡояш тирәһенән үткәндә), ғалимдар өсөн был һәйбәтерәк буласаҡ,-тип иҫәпләй НАСА белгесе Мишель Тэллер.-Ул саҡта комета эсен “ҡарарға”, уның нимәнән тороуын асыҡларға мөмкин буласаҡ, ә был бик мөһим. Ул- ҡояш системаһының башланғыс осоро ярсығы, 4,5 миллиард йыл элек шарттар ниндәй булыуын беҙ бик тә белергә теләр инек.”


Ғалимдарҙың фекере буйынса, “ҡояш һуҡҡандан һуң,”күк есеме элекке хәлендә ҡалмаясаҡ, радиация һәм гравитация көсө арҡаһында ваҡ киҫәктәргә бүленәсәк. НАСА белгестәре, уның пәйҙә булыуын астрономияны яратыусылар өсөн ҙур бүләк, тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий