пятница, 29 ноября 2013 г.

Француз полицияһы сиғандарҙың аласыҡтарын ер менән тигеҙләне.


Француз полицияһы шаршамбы көн Сен-Сан-Дени департаменты Сент-Уэни ҡалаһындағы сиғандарҙың аласыҡтарын юҡ итте. Һуңғы осор унда 800 Румыния һәм Болгария сиғаны, шул иҫәптән 100-ҙән ашыу бала йәшәй ине. 300 самаһы кеше бынан көн элгәре китте, ҡалғандарына иртәнге сәғәт һигеҙҙә аласыҡтарын ҡалдырып китергә ҡушылды, шунан һуң бульдозер эшкә тотондо.


Был эштең инициаторы- Француз милли тимер юл компанияһы. Хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер аласыҡтарҙы юл өҫтөнә үк һалып ҡуйғандар, ә был юл буйлап йөҙҙән ашыу кешене, Париждың иң ҙур хәстәханаларын йылылыҡ менән тәьмин итеүсе йылытыу системаһы үҙәгенә күмер ташыйҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡыш башында йөҙҙәрсә әҙәмде урамдарға сығарып ташлаған властарҙы “ҡаты күңеллелектә” ғәйепләне, сиғандарҙың тиҫтәләгәненә генә ваҡытлы торлаҡ бирелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий