Бельгия парламентының социаль эштәр һәм юстиция
комиссияһы бәлиғ булмағандарҙың эвтаназияһы хаҡындағы законды хупланы. Закон
буйынса, әгәр бала дауалап булмай торған ауырыу менән ауырыһа һәм ата-әсәһе
ризалығын бирһә, үҙ теләге менән был донъянан китеү өсөн, үтенес яҙыуы бирә
ала.
“Ҡайһы берәүҙәрҙең фекере буйынса,-ти сенатор Эльке Слёр,-эвтаназия
кәрәкмәй, ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар ҙа етә, тик был дөрөҫ түгел. Төҙәлә
алмаҫтай бала өсөн был һуңғы вариант. Ул шулай тип әйтергә мөмкин: “Мин бик
һыҙланам, миңә бер нәмә лә ярҙам итмәй, минең үлгем килә.” Был осраҡта ҡайһы
бер шарттарҙа бындай мөмкинлекте бирергә мөмкин.”
“Һүҙ үлем хәлендәге бала хаҡында бара,-ти законға
ҡаршы сығыусы сенатор Франсис Дельпере.-Һәм нимә килеп сыға? Беҙ уның тән
һыҙланыуҙарына йән һыҙланыуҙарын да өҫтәйбеҙ. “Әсәй, атай, һеҙ миңә ғүмер
бирҙегеҙ, ә хәҙер уны кире алығыҙ!-” тип әйтеүе уға анһатмы ни?”
Закон үҙ көсөнә инһен өсөн, уны парламент раҫларға
тейеш. Закон буйынса тауыш биреү киләһе йыл башында булыр тип көтөлә. Донъяның
иң ҙур дин вәкилдәре, закон сығарыусыларҙы яңылыш аҙымдан йолоп ҡалыр өсөн,
уларға бергәләп хат яҙҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий