понедельник, 30 декабря 2013 г.

Волгоградта террористик акт. 16 кеше һәләк булған.


Йәкшәмбе Волгоград тимер юлы вокзалына ингән урында ҡеүәтле шартлау булған. Терроризмға ҡаршы милли комитет хәбәр итеүенсә,  шартлау үлемдар ҡатын эше. Был ерҙә 14 кеше һәләк булған, йәнә икәүһе хәстәханала үлгән. Үлемдар террорист ҡатын был 16 кеше иҫәбенә инмәй. Зыян күргән 38 кеше әле хәстәханала, һәләкәт урынында йәнә 5 кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Эксперттар үлемдар килтергән ҡоролманың ҡеүәтен билдәләне- кәм тигәндә, 10 килограмм тротил шартлаған. Тәфтиш комитеты вәкиле Владимир Маркин һөйләй:
“Тәүге иҫәп буйынса, ҡоролманың ҡеүәте, кәм тигәндә, 10 килограмм тротил эквивалентында. Вокзалдағы тотҡарлыҡ системаһы эшләй башламаһа, ҡорбандар, моғайын, күберәк тә булыр ине. Ул үлемдарға вокзалға инергә ҡамасаулаған.”
Шартлау ваҡытында 29 йәшлек өлкән сержант Дмитрий Маковкин һәләк булған. Үлемдарҙың турникет янында сәйер ҡыланышы, ҡапыл алға уҡталыуы уны һағайтҡан һәм полицейский ҡатындың юлын бүлгән. Шул уҡ секундта шартлау яңғыраған.

Волгоград өлкәһендә  2014 йылдың 1-3 ғинуары мәтәм көндәре тип иғлан ителәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий