воскресенье, 29 декабря 2013 г.

Альп тауҙары: һәләк итеүсе күскендәр.


Альп тауҙарынан кесаҙна һәм йома көндәрендә төшкән күскендәр 6 кешенең ғүмерен ҡыйған, бер нисә кеше етди тән йәрәхәттәре алған. Италияла Бардонеккья янында 24 йәшлек егет һәләк булған.

Ҡайһы бер райондарҙа тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында хәүеф кимәле юғары. Францияла, Куршевелдә,  урындағы хеҙмәткәр һәләк булған. Фажиғәгә ул улы менән бейек тау башындағы ҡунаҡханаға китеп барғанда осрай. Улар өҫтөнә ҡар ишелмәһе төшә- хеҙмәткәрҙең 11 йәшлек улын ғына ҡотҡарып ҡалалар.

Серро-Шевальела ла бер әҙәм ҡазаға осрай. Ля Клюзда ике кеше бик ауыр хәлдә- уларҙы ла ҡар баҫа.


Ике тәүлек эсендә бик күп ҡар яуған күрше Швейцарияла 2 әҙәм стихия ҡорбаны булған. Уларҙың береһе Санкт-Морицела үлгән. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий