среда, 11 декабря 2013 г.

Сүриә: боевиктар 3 ай инде ике испан журналисын һаҡ аҫтында тота.


Сентябрҙә Сүриә боевиктары ике испан журналисын урлағайны, улар әле булһа әсирлектә. “Мундо” гәзите хәбәр итеүенсә, журналист Хавьер Эспиноса һәм фотограф-фрилансер Рикардо Гарсия Виланованы Сүриә азатлыҡ армияһы һуғышсылары оҙатыуында Турция сигенән алыҫ түгел тотҡандар. Һуғышсыларҙы аҙаҡ ебәргәндәр.

Испандарҙы азат итергә тырышыу барып сыҡмаған, шуға Эспиносаның ҡатыны ирен урлаусыларға туранан-тура мөрәжәғәт итә:


“Хавьер һәм Рикардо, хәрби енәйәттәрҙе раҫлаусы факттарҙы төшөрөп алыу өсөн, Сүриәгә тиҫтәгә яҡын барҙы. Сүриә халҡының яфа, михнәттәрен уртаҡлашып, улар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Хавьер һәм Рикардо- һеҙгә дошман түгел. Зинһар өсөн, улар яҡтыртҡан революция хаҡына, уларҙы азат итегеҙ. Рәхмәт. ”

Комментариев нет:

Отправить комментарий