среда, 11 декабря 2013 г.

Хәүефле күкрәк имплантаттары өсөн- 4 йыл төрмә.


Һаулыҡ өсөн хәүефле булған күкрәк протездары етештереүе асыҡланған Poly Implant Prothese компанияһына нигеҙ һалыусы Жан-Клод Мас француз юстицияһы тарафынан 4 йылға иркенән мәхрүм ителгән- Марсель ҡалаһы суды шишәмбе көн шундай ҡарар ҡабул итте. 74 йәшлек Жан-Клод Мас мутлыҡта, алдашыуы сәбәпле клиенттарының һаулығын ҡаҡшатыуҙа ғәйепле тип табылған. Ғауғалы эштең йәнә 4 фигуранты, шул иҫәптән уның урынбаҫарҙары ла, шартлы рәүештә 1,5 йылдан 3 йылға ҡәҙәр хөкөм ителгән.

“Беҙҙе финанс компенсацияһы мәсьәләһе борсомай, ул беҙгә һаулыҡты ҡайтара алмаясаҡ,- ти зыян күреүсе француз ҡатыны.-Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мутлыҡ ҡорбаны булыуы асыҡланыуы мөһим.”

Минең уйымса, был мөһим ҡарар,-ти Британия ҡатыны.- Жан-Клод Мас  өсөн был тәүге енәйәт процесы. Был башланғыс дөрөҫ йүнәлештәге тәүге аҙым.


2 йыл элек, бик күп пациенттарҙың ялыуҙарынан һуң, Францияның һаулыҡ һаҡлау министрлығы PIP компанияһы имплантаттарының һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс булыуын таныны һәм ҡатын-ҡыҙҙарға уларҙы алып ташларға тәҡдим итте. Эксперттар билдәләүенсә, протездарҙың һаҡлаусы тышлығы нормаға тап килмәй, шуға күрә улар күкрәк биҙҙәренең шешеүенә алып килеүе ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий