воскресенье, 1 декабря 2013 г.

Мозамбик самолетын Ботсвана халҡы Намибияла тапҡан.


Йома көн юҡҡа сыҡҡан “Мозамбик авиалиниялары” самолетын, бер тәүлек үткәс, Намибияның төньяҡ-көнсығышындағы Ботсвана менән сиктәш булған Бвабвата милли паркы территорияһында тапҡандар. Лайнер бортында 34 кеше булған. Улар барыһы ла һәләк булған.

 Самолет Мозамбик баш ҡалаһы Мапутунан Ангола баш ҡалаһы Луандаға юл тотҡан. Аэропорт хеҙмәттәре хәбәр итеүенсә, борт менән бәйләнеш региондағы көслө йәшен ваҡытында туҡталған. Лайнерҙың шартлауын күрше Ботсвана халҡы ишеткән. Самолет ҡалдыҡтарының төтәп яныуын күреп, улар властарға хәбәр иткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий