воскресенье, 1 декабря 2013 г.

Франция: алыҫ юлға йөрөүсе водителдәр экологик һалымға ҡаршы сыға.


“Ҡусҡар” операцияһы Францияның ҙур автострадаларындағы хәрәкәтте боҙҙо- йөк машинаһы водителдәре ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Улар экологик һалымға ҡаршы, демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың фекере буйынса, транспорт предприятиеларында йөк ташыу хаҡын ул һиҙелерлек күтәрәсәк. Парламент хөкүмәт тәҡдим иткән закон проектын хупланы. Әммә уның үҙ көсөнә инеүе әлегә кисектерелгән.
Һүҙ акцияла ҡатнашыусыларға:
“Һалым индереүҙе кисектереүҙәренән фәтүә юҡ, сөнки һалым йыйыусы учреждениелар, йөк ташыусылар менән контактҡа инеп, был һалымды түләүселәр сифатында теркәлеүҙе талап итә.”
“Беҙҙең Францияла социаль түләүҙәр һәм һалымдар былай ҙа артыҡ күп. Йәнә бер һалым индереү- артыҡҡа китә.”
Хөкүмәт иһә үҙен хаҡлы тип иҫәпләй. Властар шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: экологик һалымды кисектереү инфраструктура үҫеше өсөн талап ителгән 900 миллион евроға барып баҫасаҡ.

Водителдәрҙе акцияға Европа йөк ташыусылар ойошмаһы йәлеп итте. Уның мәғлүмәттәре буйынса, автотрассаға 4500 йөк машинаһы сыҡҡан. Эске эштәр министрлығының цифрҙары башҡасараҡ- 2200 машина. Водителдәрҙең һүҙҙәре буйынса, һәүәҫкәр автмобиль йөрөтөүселәр ҡаршылыҡ акцияһына һәм тығындарға зарланмаған, уларҙың хәлен аңлаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий