воскресенье, 1 декабря 2013 г.

Хорватия: ғаилә ҡиммәттәренә ҡаршы толерантлыҡ.


Хорватияла бер енесле никахтарҙы тыйыу хаҡында референдум башланды. Католик сиркәүе бындай тауыш биреүҙе яҡлап сыҡты. Зоран Миланович етәкселек иткән һул үҙәк хөкүмәт был тыйыуға ҡаршы, сөнки Евроберләшмәгә ингән Хорватия дөйөм Европа ҡиммәттәренә йөҙ тоторға һәм бер енесле никахтарҙы рөхсәт итергә тейеш тип иҫәпләй:
“Был- мәғәнәһеҙ референдумдың күңелһеҙ бер миҫалы. Киләһе аҙнала йәки һуңғараҡ беҙ “теркәлгән партнерлыҡ хаҡындағы” законды ҡабул итергә йыйынабыҙ- бында минустан плюс күберәк. Бындай референдумды һуңғы тапҡыр үткәрәбеҙ һәм бындай һорауҙарҙы һуңғы тапҡыр бирәбеҙ, тип өмөтләнәм.”

Хөкүмәт, “хоҡуҡ һаҡлаусылар”һәм илдең ҡайһы бер “күренекле” кешеләре референдумды үткәреүгә ҡаршы ине. Йәмәғәтселек фекерен асыҡлау һөҙөмтәләре буйынса, хорваттарҙың 70 проценты бер енеслеләрҙең никахына ҡаршы.

Көн элгәре, һорауҙың былай ҡуйылыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, бер енесле никах яҡлылар урамдарға сыҡты.

Властар, бер енесле никахтарға ҡаршыларҙың фекеренсә, гомосексуалдарҙың хоҡуҡтары менән булышҡансы, иң тәүҙә иҡтисади проблемалар менән шөғөлләнергә тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий