вторник, 10 декабря 2013 г.

Итальяндар һәнәккә тотондо.


Бөтә Италияла хөкүмәттең иҡтисади сәйәсәтенә ҡаршы башланып киткән күмәк акциялар манифестанттарҙың полиция менән бәрелешенә алып килде. Етди сыуалыштар Туринда булды, унда манифестацияла ҡатнашыусылар полиция хеҙмәткәрҙәренә петардалар һәм яндырғыс шыйыҡса һалынған шешәләр ырғытты. Улар бер нисә сәғәткә урындағы вокзалдарҙы ла баҫып алды. Демонстранттарҙы ҡыуып таратыу өсөн, полиция йәш ағыҙғыс газ ҡулланды.
“Беҙ үҙебеҙҙең кешелек дәрәжәһен күтәрергә тейешбеҙ,-ти акцияла ҡатнашыусы.-Ә был- эш, социаль яҡлау һәм хоҡуҡтар тигән һүҙ. Ошоғаса беҙҙең өҫтә йөкләмәләр генә ине.”
Манифестацияла ҡатнашыусыларға ҡарата ҡаты сараларға бөтә полицейскийҙар ҙа риза булманы- күптәре уларға теләктәшлек белдерҙе.

Экономия саралары һәм юғары һалымдар халыҡтың асыуын ҡабартты. Акцияға көрсөктө ауыр үткәргән халыҡтың төрлө ҡатлам вәкилдәре, һөнәр эйәләре ҡушылды. Ойоштороусылары ул акцияны “һәнәк менән ҡаршы сығыу” тип атаны. Күп кенә региондарҙа акцияла ҡатнашыусылар шосселарҙы һәм тимер юлдарҙы япты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий