понедельник, 9 декабря 2013 г.

Халыҡ-ара футбол федерацияһы: Бразилия футбол буйынса донъя беренселеген үҙендә ҡабул итергә әҙер түгел.


“Футболда көс ҡулланыуҙарға урын юҡ”- Бразилияның билдәле уйынсылары милли чемпионаттың “Атлетико Паранаэнсе” һәм “Васко да Гама”клубтары араһындағы матч көйәрмәндәре бәрелешен шулай ҡабул итте.
Жоинвиль ҡалаһы стадионындағы сыуалыштар уйындың 16-сы минутында, “Васко” фанаттары ҡаршы команда көйәрмәндәре трибунаһына бәреп инеп, бер нисә кешене бик ҡаты туҡмағас башланды. Арбитр уйынды туҡтатырға ҡарар итте. Бер сәғәттән һуң, полиция ҡыҙып алған фанаттарҙы йәш ағыҙыусы газ менән ҡыуып таратҡас, матч ҡайтанан башланды.
4 кеше тән йәрәхәттәре алды. Зыян күргән ике кешене “Арена-Жоинвиль” стадионынан вертолетта хәстәханаға оҙаттылар.
Эксперттарҙың фекеренсә, боларыштарҙың сәбәбе клуб именлек хеҙмәтенең насар эш итеүендә. “Паранаэнс”та полицияны стадион ситендә ҡалдырырға булғандар, шул арҡала байтаҡ ваҡытты юғалтҡандар.

Халыҡ-ара футбол федерацияһы көйәрмәндәрҙең үҙҙәрен агрессив тотоуына һәм киләһе йыл үҙҙәрендә Донъя чемпионатын ҡабул итергә тейешле Бразилия властарының матчты ойоштороуҙағы етешһеҙлектәренә үкенес белдерҙе. 

Комментариев нет:

Отправка комментария