“Халыҡ революцияһы
өсөн һуңғы көрәш”- Бангкоктағы бөгөнгө манифестацияны ойоштороусылар уны шулай
баһаланы.
Баш ҡала полицияһы
мәғлүмәттәре буйынса, хөкүмәт йортона табан тыныслыҡ маршына 100 меңгә ҡәҙәр
кеше сыҡҡан. Министрҙар кабинеты штаб-фатирын һаҡлаусы полиция ҡапҡаларҙы
асмаясағы хаҡында белдерҙе.
Көн элгәре Таиланд
премьер-министры королгә, парламентты таратып, ваҡытынан алда һайлауҙар
үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итһә лә, демонстрацияла ҡатнашыусылар Бангкок
урамдарын ташлап китергә йыйынмай. Улар премьерҙың һәм Чинават кланының абсолют
отставкаһын талап итә, сөнки ил менән хөкүмәт башлығы Йинглак түгел, ә һөргөндән
ҡайтҡан ағаһы Таксин идара итә, тип уйлай.
“Чинават ғаиләһе илдән
китергә тейеш. Башҡа варианттар юҡ, беҙ уларҙы башҡаса күрергә теләмәйбеҙ!-” ти
акцияла ҡатнашыусы ир.
Йинглак Чинаваттың телевидение аша сығышында
белдереүенсә, парламентты таратыу- был хәлдән сығыу өсөн иң ҡулай сара. Күҙәтеүселәрҙең
билдәләүенсә, парламентты таратыу хөкүмәттең һәм Чинаваттың үҙенең дә
отставкаға китеүе тигән һүҙ, әммә ул власть органдарының яңы һайлау һөҙөмтәләре
иғлан ителгәнгә ҡәҙәр эшләйәсәге хаҡында белдерә.
Ҡала властары
мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, Бангкокта балаларҙың именлеген тәьмин итеү
маҡсатында, 60-тан ашыу мәктәп ябылған, ҙур университеттар эшләмәй. Халыҡ-ара
аэропорт администрацияһы юлға сығырға йыйыныусыларға, ҡалалағы ҡатмарлы хәлде
күҙ уңында тотоп, аэропортҡа килеү ваҡытын шуға ярашлы планлаштырырға саҡырып
мөрәжәғәт итте.
Бангкокта сыуалыштар
башланғаны бирле 5 кеше һәләк булған, 300 самаһы кеше тән йәрәхәттәре алған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий