воскресенье, 8 декабря 2013 г.

Мандела- өмөт символы.


КАР халҡы бейеүҙе һәм йыр йырлауҙы дауам итә- былар барыһы ла азтлыҡ символы, улар барыһы ла элекке президентҡа бағышланған. Йышыраҡ “Нельсон Мандела- тик һин генә” тигән йырҙы ишетергә мөмкин.
Көньяҡ Африка халҡы КАР-ҙың элекке президенты һәм Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Нельсон Мандела һәйкәленә сәскәләр килтерә. Кешеләр тәғзиә китаптарында иҫтәлекле яҙмалар ҡалдыра.
Йоханнесбург халҡы һөйләй:
“Көньяҡ Африкала ул барыбыҙ өсөн дә атай булды. Беҙ ул үҙгәрткән илдә йәшәйбеҙ. Мандела КАР-ға тыныслыҡ алып килде, ул барыбыҙға ла тыныслыҡ бүләк итте.”
“Бөгөн беҙ азатлыҡ, килешеү, кешенең тән төҫөнә ҡарамай, уртаҡ мөмкинлектәр хаҡында әңгәмәләшәбеҙ, ә бит Мандела төрмәгә эләккәнсе, был турала һөйләү бөтөнләй мөмкин булмаған.”
Нельсон Мандела илебеҙ өсөн күп эш башҡарҙы. Беҙҙең уға хөрмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш! Көньяҡ Африканың һәр кешеһе уны хәтерендә тоторға һәм мираҫына хөрмәт менән ҡарарға тейеш.”
Мандела- расалар буйынса бүленешкә ҡаршы көрәшкә бөтә ғүмерен бағышлаған кеше. КАР халҡы уны ҙурлай, милләттең атаһы һәм демократияның гаранты тип иҫәпләй. КАР-ҙан махсус хәбәрсебеҙ Франсуа Шиняк һөйләй:
 “Хәҙер Йоханнесбургта ҡайғы хөкөм һөрә. Һеҙ быны кешеләрҙең йөҙҙәренән, тауыштарынан тоя алаһығыҙ. Көньяҡ Африкалылар һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙатҡан был кеше, яуап итеп, әйтерһең, берҙәмлек һәм милләттең сәскә атыуына өмөт тарата.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий