понедельник, 23 декабря 2013 г.

Исламистар шартлатылған госпиталь өсөн ғәфү үтенде.


Әл-Ҡаиҙә менән бәйле Ансар әш-Шәриә радикаль исламистар төркөмө һуғышсыларының Йемен баш ҡалаһы Саналағы хәрби госпиталгә һөжүме өсөн ғәфү үтенде. Был медицина учреждениеһы илдең оборона министрлығы комплексында урынлашҡан.
“Беҙ хатабыҙҙы таныйбыҙ,-тине йәкшәмбе көн төркөм вәкиле,-ғәфү үтенәбеҙ һәм ҡорбан булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең маҡсат улар түгел ине. Беҙҙең дин һәм беҙҙең әхлаҡ быға ҡаршы. Дауаханалағы хәлдәр өсөн яуаплылыҡты тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ һәм компенсация түләргә әҙәрбеҙ.”
“Ансар әш-Шәриә”нең Йемен ойошмаһы һуғышсылары, үҙҙәренең һүҙҙәре буйынса, госпиталь территорияһында американлылырҙың пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү үҙәге бар, тип уйлаған һәм уны юҡ итергә ҡарар иткән.


Бишенсе декабрҙә үлемгә дусар ителгән әҙәм шартлатҡыс һалынған автомобилде күккә осорған, шунан һуң боевиктар ут асҡан. Илленән ашыу кеше һәләк булған- пациенттар, медицина персоналы. Врачтар араһында Германия, Вьетнам, Филиппин, Һиндостан һәм Венесуэла граждандары булған.

Комментариев нет:

Отправка комментария