понедельник, 23 декабря 2013 г.

Таиланд: премьер-министр Чинават ни эшләргә лә белмәй.


Йәкшәмбе көн оппозицияның саҡырыуы буйынса 110 меңдән ашыу кеше Бангкок урамдарына сыҡты- оҙаҡҡа һуҙылған урам сығыштарын ойоштороусылар вәғәҙә иткән 2-3 миллион йыйылманы.

Шуға ҡарамаҫтан, оппозиция башлығы Сутхел Таугсубан белдереүенсә, премьер-министр вазифаһын үтәүсенең кисекмәҫтән отставкаһы лозунгыһы аҫтындағы акциялар туҡталмаясаҡ, тағы ла оҙаҡҡараҡ һуҙыласаҡ.

Дөйөм алғанда, ҡаршылыҡ акциялары тыныс үтте. Ҡоралһыҙ полицейскийҙарға демонстрацияла ҡатнашыусыларға ҡарата көс ҡулланмаҫҡа ҡушылды.

Йинглак Чинават үҙе йәкшәмбе Бангкоктан китте. Удон Тани ҡалаһынан ул манифестанттарҙың ныҡышмалылығын аңламауын белдерҙе:

“Мин парламентты тараттым, халыҡҡа власты тапшырҙым- ул үҙенең киләсәген һайлауҙарҙа хәл итә ала. Әгәр һеҙ ҡағиҙә буйынса эш итергә теләмәйһегеҙ икән, хөкүмәт тағы нимә эшләй алһын инде!”

Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың төп талабы- парламент һайлауҙарын һуңғараҡҡа күсереү һәм “халыҡ советы” ҡатнашлығында масштаблы сәйәси реформа үткәреү.


Көн элгәре премьер-министр вазифаһын үтәүсе реформаға ризалашты, әммә ул 2 февралдәге парламент һайлауҙарынан һуң үткәрелергә тейеш. Илдәге күптәнге сәйәси хәрәкәт лидеры Абхисит Ветчачива белдереүенсә, Сутхел Таугсубан ингән оппозициялағы Демократик фирҡә сираттағы Милли йыйылышҡа бойкот иғлан итмәксе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий