воскресенье, 22 декабря 2013 г.

Рауль Кастро АҠШ менән тиң хоҡуҡҡа ҡоролған һөйләшеүҙәргә әҙерлеген белдерҙе.


Күҙәтеү яһаусылар,10 декабрҙәге Нельсон Мандела йыназаһында Барак Обама һәм Рауль Кастроның ҡул ҡыҫышыуын Гавана һәм Вашингтон араһындағы айырым әһәмиәткә эйә булған ваҡиға, тип тапты. Куба Ассамблеяһының йыл аҙағындағы һуңғы пленар ултырышында Дәүләт советы һәм Министрҙар советы рәйесе әйтеүенсә, Гавана Вашингтонға “бойондороҡһоҙлоҡ, суверенитет һәм үҙбилдәләнеш принциптарына нигеҙләнгән, тиң хоҡуҡҡа һәм үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған һөйләшеүҙәргә әҙерлеген” белдерә килде.
“Беҙ АҠШ-тан үҙҙәренең сәйәси һәм социаль системаһын үҙгәртеүҙе талап итмәйбеҙ, үҙебеҙҙең системаны үҙгәртеү хаҡында ла һөйләшергә теләмәйбеҙ. Ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү теләге булһа, бер-беребеҙҙәге айырымлыҡтарға хөрмәт менән ҡарарға, килешеп йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ,-” тине Рауль Кастро. Юғиһә Кубаның эмбарго шарттарында “йәнә 55 йыл йәшәргә” әҙерлеген дә белдерҙе.
АҠШ һәм Куба араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәр 1961 йылда өҙөлә, әммә, 1977 йылғы килешеү буйынса, Гавана һәм Вашингтонда ике ил мәнфәғәттәре бүлеге эшләй.

Фидель Кастроны бәреп төшөрөү операцияһы килеп сыҡмағас, Вашингтон Кубаға ҡаршы санкциялар индерҙе. 1996 йылда Конгресс Азатлыҡ утрауы менән сауҙа итеүсе сит ил компанияларына ҡаршы өҫтәмә санкциялар хаҡындағы “Хелмс — Бертон законы”н ҡабул итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий