пятница, 13 декабря 2013 г.

КАР халҡы Мандела менән хушлаша алмай.


Нельсон Мандела менән хушлашырға теләгән Көньяҡ Африка Ресбуликаһының йөҙҙәрсә кешеһе апартеид менән көрәшсенең табуты ҡуйылған Преториялағы хөкүмәт йортона бер нисек тә үтә алмай. Кешеләр  эҫелә һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ һәм бәҙрәфһеҙ сәғәттәр буйы сиратта торорға мәжбүр. Ҡайһы берәүҙәр ойоштороу һәм транспорт саралары арҡаһында ике көн көтөп тә матәм тантанаһына эләгә алмауына зарлана.

Сиратта тороусылар һөйләй: 

“Манделаны күрергә өмөт итеп, улар бушҡа ғына ваҡыт уҙғара. Ысынында иһә был сират бер ҡайҙа ла алып бармай.”

“Беҙ иртәнге һигеҙҙән бирле көттөк, ләкин аҙаҡ сиратты туҡтаттылар. Быға бик ҡайғырҙыҡ, әлбиттә, ләкин, икенсе яҡтан, Мадибаның кәүҙәһе янында булыуыбыҙ менән дә бәхетле. Ул үҙе түҙемлек ине.  Уны хөрмәтләп иҫкә алыуҙа һәм уның эшен дауам итеүҙә лә беҙ түҙемле булырға тейешбеҙ.”


Ысынлап та, сираттағы кәйеф матәмсә түгел. Мандела иҫтәлегенә йыр, бейеүҙәр бында ғәҙәти хәл.

Комментариев нет:

Отправить комментарий