пятница, 13 декабря 2013 г.

“Һәнәк менән ҡаршылыҡ” бөтә Италияға тарала.


“Һәнәк тотоп ҡаршылыҡ”-Италия хөкүмәтенең иҡтисади сәйәсәтенә ҡаршы хәрәкәт яңынан-яңы ҡалаларҙы һәм региондарҙы яулай. Кесаҙна көн активистар Винтимилья ҡаласығындағы Франция һәм Италия араһындағы сикте ике тапҡыр япты. Манифестанттар ҡаласыҡтың үҙәк урамдарын һәм уның ситендәге бер нисә юлды ла кәртәләне. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратыу өсөн, полиция көс ҡулланды.

Кесаҙна ҡаршылыҡ акциялары Римға барып етте. Унда  Ла Сапиенца университеты студенттары тәртип һағында тороусылар менән бәрелеште.

Сицилияла йөк машинаһы водителдәре акцияһынан башланып, сығыштар дүртенсе көн инде бөтә илдә дауам итә. Ҡаршылыҡ акцияһына ризаһыҙҙар өҫтәлә тора- башлыса улар анархистарҙың һәм һул ойошмаларҙың вәкилдәре. Улар хөкүмәткә милли марш менән янай.

Манифестацияла ҡатнашыусылар хөкүмәттең эшһеҙлекте еңә алмауына, граждандарҙың килеме түбәнәйеүенә һәм чиновниктар араһындағы коррупцияға асыуҙары килә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий