четверг, 26 декабря 2013 г.

Төркиә: коррупция ғауғаһы артында кем тора?


Төркиә премьер-министры Рәжәп Тайип Эрдогандың абсолют һәм ҡаҡшамаҫ кеүек күренгән власы һөжүмгә дусар булды. Уның тирәһендәге бик күптәргә, шул иҫәптән хөкүмәт министрҙарына ҡағылған шаулы коррупция ғауғаһы консерватив ислам Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе лидеры позицияларын йомшартты.
Тәүге ҡулға алыуҙар башланғандың икенсе көнөндәге матбуғат конференцияһында ил етәкселегенә хәбәр итмәй башланған тикшереүҙәрҙе төрөк хөкүмәте башлығы үҙенең союздаштарына тоҫҡалған, идара итеүсе кабинеттың абруйын төшөрөүгә йүнәлтелгән “бысраҡ операция” тип атаны.
Хөкүмәткә күләгә төшөргән коррупцияға ҡаршы тикшереүҙәр башлауға яуап итеп, юғары пост биләгән 70 полицейский вазифаларынан бушатылды һәм премьер-министр тарафынан компетентһыҙлыҡта ғәйепләнде.
Рәжәп Тайип Эрдоган әйтеүенсә, коррупцияға ҡаршы операция артында “ҡара көстәр” тора. Исемен асыҡ атамаһа ла, ул АҠШ-та йәшәгән “Хеҙмәт” йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыусы Фәтхуллаһ Гюленды ғәйепләне. Быйыл “Тайм” журналы уны донъялағы 100 иң абруйлы кешеләр исемлегенә индергәйне. Көнбайыш яҡлы был консерватив хәрәкәт ағзалары Төркиәнең власть структураларында, шул иҫәптән полиция һәм суд органдарында ныҡлы урынлашып алған. Уның яҡлылар Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһендә лә бар.
Төркиәлә уҙған тиҫтә йыл эсендә союздаш булған һәм уртаҡ көс менән һайлауҙарҙа еңгән Эрдоган яҡлылар һәм “Хеҙмәт” хәрәкәте араһында ҡаты көрәш беренсе ай ғына бармай.
Ноябрь айында Төркиә хөкүмәтенең “Хеҙмәт” яҡлауы аҫтындағы белем биреү уреждениеларын ябыуы Эрдоган фирҡәһенең берҙәмлеген ҡаҡшатты, хатта ике депутат отставкаға ебәрелде.
Көсөргәнешлелек һәм хөкүмәткә ҡаршы кәйефтәр үткән ял Стамбулда байтаҡ халыҡты урамдарға ҡаршылыҡ акцияһына алып сыҡты. Коррупцияға ҡаршы демонстрацияны полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланып ҡыуып таратты.
Бөгөн Фәтхуллаһ Гюлен яҡлылар- Эрдоганға оппозицияла тороусы төп көс. 2014 йылда Төркиәләге муниципаль һәм президент һайлауҙарына ул ҙур йоғонто яһауы ихтимал.



Комментариев нет:

Отправить комментарий